+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июль 2021, 12:51

ӨҪТӨНЛӨК ИТКӘН ШТАМДАР УРЫНЫН ИКЕНСЕЛӘРЕ АЛМАШТЫРА

Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, коронавирус йоҡтороп ауырыусылар һаны арта бара. Был турала Роспотребнадзорҙың Эпидемиология үҙәк ғилми-тикшеренеү институтының фән буйынса директор урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы  Александр Горелов һөйләгән.  

ӨҪТӨНЛӨК ИТКӘН ШТАМДАР УРЫНЫН ИКЕНСЕЛӘРЕ АЛМАШТЫРА
ӨҪТӨНЛӨК ИТКӘН ШТАМДАР УРЫНЫН ИКЕНСЕЛӘРЕ АЛМАШТЫРА

Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, коронавирус йоҡтороп ауырыусылар һаны арта бара. Был турала Роспотребнадзорҙың Эпидемиология үҙәк ғилми-тикшеренеү институтының фән буйынса директор урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы  Александр Горелов һөйләгән.  

Бөтә донъяла өҫтөнлөк итеүсе штамдарҙың алмашыныуы күҙәтелә, тигән ул, бының, ҡағиҙә булараҡ, ауырыу йоҡтороусыларҙың күбәйеүе менән оҙатылыуын һәм ауырыуҙар һанын арттырыуын билдәләп.

Йәнә, Горелов әйтеүенсә, Рәсәйҙә коронавирус менән ауырыу кимәле, тәүлек эсендә ауырыусылар һаны максималь күрһәткескә еткәндән һуң, бер ай-ай ярым буйы шулай юғары көйө ҡаласаҡ. Шунан ғына кәмеүгә китәсәк.

Быға тиклем Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы директоры Тедрос Аданом Гебрейесус,  донъя пандемияның өсөнсө тулҡыны алдында тора, тигәйне.

Рәсәйҙә бына өсөнсө тәүлек инде коронавирустан үлеүселәр һаны иң юғары кимәлдә ҡала килә. Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә билдәле музыкант, шағир, актер 70 йәшлек Петр Мамонов, “Хор Турецкого” төркөмө йырсыһы 49 йәшлек Антон Горячев коронавирустан вафат булды.

Башҡортостанда был аҙна эсендә тәүлек һайын ковидтан 5-әр кеше вафат булды (13-өндә хатта 6). Коронавирус менән көрәш буйынса оператив штаб  мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 15 июлдә ауырып китеүселәр һаны 242 булған, был – пандемия башланғандан алып иң ҙур тәүлеклек күрһәткес.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, республикаға 1 миллион доза самаһы вакцина килгән. Прививка ҡаҙау буйынса 184 пункт эшләй. Бөтә ойошмаларҙа, предприятиеларҙа эшләүселәрҙе, шулай уҡ студенттарҙы вакциналау бара.

Коллективында вакцина ҡаҙатыу күрһәткестәре бик түбән булғаны сәбәпле ике баш тибип – “Яҡтыкүл” санаторийы етәксеһе Фаил Байназаров менән Салауат ҡалаһы тире-венерология диспансеры баш табибы вазифаһын башҡарыусы Лариса Сәйфетдинова вазифаһынан бушатылған. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, коллективында эшләүселәргә вакцина һалыу күрһәткестәренә ҡарап, етәкселәрҙе эштән ебәреү сараһы дауам иттереләсәк.

Сығанаҡтар: ТАСС, “Башинформ”.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: