+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июль 2021, 14:20

ВУЗДАРҒА ДОКУМЕНТТАРҘЫ «ГОСУСЛУГИ» АША БИРЕРГӘ БУЛА

Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының күбеһенә инеү өсөн документтарҙы «Госуслуги» порталындағы яңы сервис аша бирергә була. Порталдағы «Поступление в вуз онлайн» сервисы абитуриенттарға көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп һәм маҡсатлы уҡыу төрҙәренә документтар тултырып ебәрергә ярҙам итә.

Был мөмкинлек «Цифрлы иҡтисад» милли проекты арҡаһында асылды.

Сервис аша документтарҙы БашДУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ, БДМУ, Аҡмулла исемендәге БДПУ, БДАУ, БР Башлығы ҡарамағындағы БДХИА, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡабул итә. Тик Рәсәй ЭЭМ Өфө юридик институтына ғына «Госуслуги» аша документ тапшырып булмай.

Илдең 500-ҙән ашыу вузы суперсервисҡа тоташтырылған.  

Документ тапшырыу өсөн “Госуслуги” порталында теркәлергә, уҡырға инергә теләү тураһында ғаризаны тултырырға, кәрәкле документтарҙың, шәхси ҡаҙаныштарҙы раҫлаған танытмаларҙың скандарын йә фотоларын беркетергә кәрәк.

Уҡыу йортона конкурстан үтеү тураһында белдереү ҙә абитуриенттың ошо порталдағы шәхси кабинетына килә.  

Һайланған вузға инеү өсөн БДИ һөҙөмтәләренән башҡа ҡабул итеү имтихандарын да тапшырыу кәрәк булһа, шәхси кабинетта уларҙың үткәрелеү ваҡытын белергә һәм имтиханға яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ конкурс исемлектәрендә үҙеңдең урыныңды белергә, студенттар иҫәбенә индерелеүгә ризалыҡты бирергә йә баш тартырға, документтар ҡабул итеү барғанда, 29 июлгә тиклем, ғаризаға үҙгәреш индерергә мөмкин.  

Документтарҙы бер юлы биш вузға 10 йүнәлеш буйынса бирергә рөхсәт. Аттестаттың төп нөсхәһен вузға ингәс, беренсе уҡыу йылы барышында, тапшырырға кәрәк була.   

Сығанаҡ: "Башинформ". 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: