+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июль 2021, 21:06

АСҠЫН ДАУАХАНАҺЫНА ЗАМАНСА ҠОРАМАЛДАР АЛЫНА

Асҡын үҙәк район дауаханаһының матди-техник  базаһын байытыу дауам итә. Был эштәр "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау  программаһы  буйынса тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, Асҡын халҡын хеҙмәтләндереү өсөн үҙәк дауаханаға  заманса  цифрлы флюорография аппараты ҡуйылған. Яңы флюорограф рәсемдәрҙе юғары асыҡлыҡта сығара, пациентты нурландырыу кимәле лә, медицина персоналына төшкән радиация көсөргәнеше лә байтаҡҡа кәм. Яңы флюорограф ҡуйыла торған кабинетҡа капиталь ремонт үткәрелгән.
Аппарат туберкулез, онкология, һулыш алыу ағзалары ауырыуҙарын диагнозлау өсөн  хеҙмәт итә.
Сығанаҡ: Асҡын район хакимиәте.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: