+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июль 2021, 10:42

Гебрейесус иҫкәртә

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы директоры Тедрос Аданом Гебрейесус коронавирустың тағы ла хәүефлерәк  штамы барлыҡҡа килеү ихтималлығы тураһында белдергән. Вирус планета буйлап киңерәк таралған һайын, уның күберәк штамдары хасил була, ә варианттар күбәйгән һайын улар араһында үтә хәүефлеләре барлыҡҡа килеү ихтималлығы арта, тигән ул. Был турала ТАСС яҙа.

Гебрейесус фекеренсә, Ер йөҙөндә йәшәүселәрҙең мөмкин тиклем күберәген вакцинацияларға кәрәк – 2022 йылдың йәйенә һәр илдә йәшәүселәрҙең 70 проценты прививка алһа, коронавирусҡа кәртә ҡуйып һәм донъя иҡтисадын тергеҙеп булыр.

ВОЗ башлығы пандемияны һуғыш менән сағыштыра һәм илдәргә бөтә көсөн вирус менән көрәшкә ташларға саҡыра.

Статистика күрҙәтеүенсә, Башҡортостанда әле көн һайын 250-нән ашыу кеше коронавирус менән ауырый, эпидемия башланғаны бирле 700-ләп кеше коронавирустан вафат булған. Вакцинаның беренсе дозаһын 800 меңләп кеше ҡаҙатҡан, икеһен дә — 500 мең самаһы.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: