Бөгөн РФ Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмәлә Рәсәй Президенты халыҡҡа вакцина ҡаҙауҙы тиҙләтергә, ләкин мәжбүрләмәҫкә ҡушҡан.
Владимир Путин әйтеүенсә, вакцинациялауҙы шәбәйтеү бөгөнгә төп бурыс булып тора, шулай итеп кенә эпидемияға сик ҡуйып буласаҡ. Йәнә Президент кешеләргә вакцина ҡаҙатыуҙың мөһимлеген аңлатыу, граждандарҙа тыуған ҡатмарлы һорауҙарға ентекле һәм квалификациялы яуап биреү кәрәклеген әйткән.
Сығанаҡ: “Башинформ”.