+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2021, 21:33

АҒИҘЕЛДӘ УҠБАЛЫҠ КҮБӘЙҺЕН, ТИҘӘР

Ошо көндәрҙә «ПОЛИЭФ» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре  Ағиҙел йылғаһына уҡбалыҡ селбәрәләре ебәргән.  

АҒИҘЕЛДӘ УҠБАЛЫҠ КҮБӘЙҺЕН, ТИҘӘР
АҒИҘЕЛДӘ УҠБАЛЫҠ КҮБӘЙҺЕН, ТИҘӘР

Ошо көндәрҙә «ПОЛИЭФ» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре  Ағиҙел йылғаһына уҡбалыҡ селбәрәләре ебәргән.  

– Бына алты йыл инде «ПОЛИЭФ» уҡбалыҡ селбәрәһе ебәреү буйынса ирекле акция үткәрә – быйыл Ағиҙелдә биологик төрлөлөк һаҡланыуын хәстәрләп,  10 000 селбәрә ебәрҙек. Элек селбәрәләрҙе Бөрө ҡалаһы тапҡырында төшөрә торғайныҡ,  быйыл Рәсәй Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлығының Башҡортостандағы бүлексәһе менән һөйләшеп, селбәрәләрҙе Благовещен эргәһендә ебәрҙек, – ти «ПОЛИЭФ»тың идаралыҡ начальнигы Эдуард Ғиләжев. 

Селбәрәләрҙе махсус контейнерҙарҙа килтергәндәр. Улар юлда һәләк булмаһын өсөн, контейнерҙарҙа тейешле температура һаҡлана, һыу махсус фильтрҙар аша һөҙөлә,  кислород менән байытыла. Һәр балыҡтың ауырлығы – кәм тигәндә 3 грамм. 

Рәсәй йылғаларында балыҡтарҙы арттырыу эше компанияның тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәт ресурстарын тергеҙеү буйынса стратегик бурыстарын үтәү йөҙөнән башҡарыла һәм «Экология» милли проектының «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» федераль проекты маҡсаттарына тап килә.    

Сығанаҡ: Башҡортостан Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: