+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2021, 19:20

Ел-дауыл, йәшен ҡазаһыҙ үтмәгән

Башҡортостан буйынса МЧС  белдереүенсә, байтаҡ урында йорт-ҡаралтыларға ҙур зыян килгән. Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Стәрлебаш райондарында көслө ел ҡыйыҡтарҙы алып ырғытҡан, Өфө урамдарында ағастар ауыуы тураһында 30-лап хәбәр алынған.

Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылында һарай ҡыйығы “Лада-Приора” өҫтөнә төшөп, уны ла зыянлатҡан. Күп ауылдар электрһыҙ ҡалған, электриктар бригадалары – эш өҫтөндә.

Йәшен тейгәндән бер нисә янғын сыҡҡан. Шакшала, Нуғай, Иглин ауылдарында  берәр йорт янып киткән.

Стәрлетамаҡ районы Ҡунаҡбай ауылында Стәрле йылғаһы буйында  38 йәшлек бер ҡатынды йәшен һәләк иткән.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: