+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2021, 19:52

ЭЛЬБРУС БӘҺЛЕҮӘН РЕКОРДЫН ОЛИМПИАДАҒА БАҒЫШЛАҒАН

Иртәгә 23 июлдә Токиола былтыр үтергә тейеш булған Олимпиада асыла.  XXXII Йәйге Олимпия уйындарында 33 спорт төрөндә 339 миҙал комплекты уйнатыласаҡ. Олимпиада 8 авгусҡа тиклем барасаҡ.

Рәсәйҙең Көс экстримы федерацияһының  почётлы президенты, бер нисә тапҡыр «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исеменә лайыҡ булған Эльбрус Ниғмәтуллин яңы рекорд ҡуйҙы, рекорд Федерация тарафынан танылды. 47 йәшлек спортсы 1476 килограмм ауырлығындағы вертолетты күтәрҙе. Был уникаль трюк донъяла беренсе тапҡыр эшләнгән.

Эльбрус үҙе белдереүенсә, рекордын Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ йыйылма команданы хуплау йөҙөнән ҡуйған.

Әйткәндәй, Рәсәй йыйылма командаһында Башҡортостандан 5 спортсы ҡатнаша. 

Сығанаҡ: “Башинформ”.  

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: