-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль 2021, 17:43

ТАУАР ҺАТЫУ ӨСӨН ИҢ ЯҠШЫ УРЫНДЫ ТАПҠАНДАР

Пандемия бөтә донъя иҡтисадын ҡатмарлы хәлгә ҡуйҙы. Яңы шарттарҙа етештереүселәр тауарын һатыу өсөн интернет мөмкинлектәренә өҫтөнлөк бирергә мәжбүр.

ТАУАР ҺАТЫУ ӨСӨН ИҢ ЯҠШЫ УРЫНДЫ ТАПҠАНДАР
ТАУАР ҺАТЫУ ӨСӨН ИҢ ЯҠШЫ УРЫНДЫ ТАПҠАНДАР

Пандемия бөтә донъя иҡтисадын ҡатмарлы хәлгә ҡуйҙы. Яңы шарттарҙа етештереүселәр тауарын һатыу өсөн интернет мөмкинлектәренә өҫтөнлөк бирергә мәжбүр.

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ итеү» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 28 июндә  Wildberries компанияһы Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды (ВЭБ.РФ төркөмө) һәм Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы ярҙамында эшҡыуарҙар өсөн яңы форматта маркетплейсты файҙаланыу мөмкинлектәре тураһында вебинар үткәргән.

Wildberries компанияһының GR проекттары етәксеһе Денис Алферов маркетплейста эшләү үҙенсәлектәре, платформаның бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа биргән мөмкинлектәре тураһында һөйләгән. Нефтекама эшҡыуарҙары онлайн режимда үҙ тауарҙарын маркетплейсҡа урынлаштырған, уларҙы һаҡлау, һатыу күләмен арттырыу мөмкинлектәре тураһында белгән, һорауҙарына яуап алған.

Нефтекаманың Wildberries платформаһында эшләүсе эшҡыуарҙары:

*ШЭ Солтангәрәев И.Н. – «EcoWay» сәләмәтлек тауарҙары;

*Нефтекама ЭКСО компанияһы кварцлы йылытҡыстар етештереп һата;

*ШЭ Хужина Э.Ф.  үҙе етештергән балалар кейемен һата;

*ШЭ Сайко Кристина күн галантерея һәм сумкалар һата, продукцияһы сит ил баҙарҙарына ла сыҡҡан;

*ШЭ Суфиярова Э.Ф. ҡатын-ҡыҙҙар өсөн аксессуарҙар һата;

*ШЭ Ваһапова И.Р. электроника, аяҡ кейеме һәм кремдар тәҡдим итә;

*ШЭ Зиятдинов Р.Ф. йорт тауарҙары һата;

*ШЭ Трофимова Л.Р. һауа таҙартҡыс озонаторҙар етештереп һата.

«EcoWay» сауҙа маркаһын булдырған Илфат Солтангәрәев  Wildberries платформаһында аралашсылар аша былтыр апрелдә эшләй башлауы, ә июндән туранан-тура сығыуы тураһында һөйләгән. Эшҡыуар башҡаларға ла тауар һатыу өсөн Wildberries платформаһын файҙаланырға тәҡдим итә, унда ай һайын 20 млрд һатыу теркәлә, һатыу күләме йылына 1,5 тапҡырға үҫә.

Солтангәрәев һатыу итеү өсөн Wildberries’ты иң ҡулай урын тип һанай, уның компанияһы килемдең  25 процентын шунан ала икән. Wildberries ярҙамында компания Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия һәм бөтә Рәсәй баҙарына сыҡҡан. Wildberries’та һатып алыусылар алған әйберҙәре тураһында фекер ҡалдыра, айырыуса үтемле тауарҙар күпләп етештереүгә ҡуйыла. Шулай итеп, Wildberries һатыу урыны ғына түгел,  ә маркетинг  тикшеренеүҙәре өсөн дә уңайлы.

Үҙмәшғүл булып теркәлгәндәр ҙә  Wildberriesын әүҙем файҙалана икән.  

Wildberries — Рәсәйҙең иң эре онлайн-ритейлеры һәм илдә төп ИТ-компанияларҙың береһе. 2020 йылда компанияның тауар әйләнеше 437,2 млрд һум тәшкил иткән.

Wildberries порталында 200 000-дән ашыу эшҡыуар теркәлгән. Компанияларҙың 80 проценттан ашыуы бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары. Wildberries 14 илде солғай: Рәсәй, Әрмәнстан, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, АҠШ, Германия, Франция, Италия, Испания, Польша, Словакия, Украина һәм Израиль. Wildberriesта көн һайын 1,9 млн заказ эшкәртелә. РФ-та һәм сит илдәрҙә һатып алыусылар өсөн тауар алыу пункттары һаны – 116 000-ҙән ашыу.

Wildberries Рәсәйҙең иң күп ҡаралған Топ-10 сайты иҫәбенә инә (SimilarWeb мәғлүмәте буйынса).

 

Сығанаҡ: Нефтекама ҡала хакимиәте.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: