+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль 2021, 21:28

“АНҺАТ” МЕНӘН АНҺАТ ШУЛ

Республикала санитар авиация өсөн тағы алты майҙансыҡ төҙөләсәк.

“АНҺАТ” МЕНӘН АНҺАТ ШУЛ
“АНҺАТ” МЕНӘН АНҺАТ ШУЛ

 

Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙған. Әлегә дүрт майҙансыҡ эшләй, әммә  республикабыҙ бик ҙур, күп райондарҙа таулы төпкөлдәр бар. Ауырыуҙарға ваҡытында ярҙам күрһәтеү өсөн, республика етәксеһе билдәләүенсә, уларҙы вертолет менән ҡала дауаханаларына килтереү йә дауалаусы белгестәрҙе  урынға илтеп ҡуйыу өсөн санавиация бик ҡулай. Яңы майҙансыҡтар Нефтекамала, Асҡында, Баймаҡта, Сибайҙа, Октябрьскийҙа, Мәсәғүттә асыласаҡ.

2020 йылда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Анһат” вертолеты һатып алғайны. Ул былтыр бөтәһе 97 осош яһаған, ә быйыл ярты йыл эсендә – 105. Радий Хәбиров һауа транспорты ярҙамында йәҙҙән ашыу ғүмерҙең ҡотҡарылыуын билдәләгән, яңыраҡ ҡына Көйөргәҙе районындағы ике баланы вертолет менән Өфөгә Республика балалар клиник дауаханаһына алып килеп, квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеүҙе телгә алған.  

 

Сығанаҡ: "Башинформ". 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: