+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль 2021, 21:01

МИЛЛИ ПРОЕКТТАР ҮҪЕШТЕ ТИҘЛӘТӘ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Президент Путин Указы менән булдырылған милли проекттарҙы төбәкте үҫтереү локомотивы тип атаған.

МИЛЛИ ПРОЕКТТАР ҮҪЕШТЕ ТИҘЛӘТӘ
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР ҮҪЕШТЕ ТИҘЛӘТӘ

 

Радий Хәбиров фекеренсә, кәм тигәндә социаль өлкә үҫешенә милли проекттар бик ҙур өлөш индерә, республикала был йәһәттән быйылғы күрһәткестәр былтырғынан яҡшыраҡ. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡаралған.

Башҡортостанда милли проекттар аша 27 миллиард һум аҡса тотонолған, шуның 18,8 миллиарды – федераль, 8,2 миллиард һумы – республика бюджетынан.

Беренсе вице-премьер – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов белдереүенсә, милли проекттар ярҙамы менән  йыл башынан алып 1,253 млн квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. 59 меңдән ашыу ғаилә балаларға айлыҡ пособиелар алған, райондарҙа өс мәҙәниәт йорто яңыртылған. Өс онкологик амбулатор ярҙам үҙәге асылған. Байтаҡ медицина учреждениеһына юғары технологиялы медицина ҡорамалдары ҡуйылған.  Октябрьский һәм  Стәрлетамаҡ ҡалаларында «Минең бизнес» үҙәге офистары эшләй башлаған. 

Милли проекттар сиктәрендәге эштәр дауам итә. Йорттар, автомобиль юлдары, урамдар, мәғариф, медицина һәм мәҙәниәт объекттары төҙөлә, яңыртыла, заманса технологиялар ҡулланып йыһазландырыла.  

Сығанаҡ: "Башинформ". 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: