+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль 2021, 22:40

ТӨРЛӨ ҠАЗАЛА ҺӘЛӘК БУЛЫУСЫЛАР КҮБӘЙӘ

Бәлә-ҡаза аяҡ аҫтында тигәндәй, кеше төрлө һәләкәттәргә тарып ҡына тора.

ТӨРЛӨ ҠАЗАЛА ҺӘЛӘК БУЛЫУСЫЛАР КҮБӘЙӘ
ТӨРЛӨ ҠАЗАЛА ҺӘЛӘК БУЛЫУСЫЛАР КҮБӘЙӘ

 

Кисә кис Дим районындағы һаҙлыҡҡа батып барған бер ирҙе БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һаҙҙан һурып алып өлгөргән, саҡ ҡына һуңлаһалар, 1981 йылғы ир һәләк булыр ине. Ярай уның батып барғанын күргән кешеләр шунда уҡ ҡотҡарыусыларға хәбәр иткән.

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров үткән ике аҙна эсендә 15 кешенең бейектән ҡолауы, етеһенең һәләк булыуы тураһында хәбәр иткән. Улар араһында ике бала ла булған: Өфөлә дүрт йәшлек ҡыҙ 15-се ҡаттағы фатир тәҙрәһенән йығылып төшкән, ә 13 йәшлек ҡыҙ тиҫтерҙәре менән Пархоменко урамындағы төҙөлөп ятҡан йорт эсендә уйнағанда лифт шахтаһына төшөп киткән. 7-8 метрлыҡ шахтаға йығылған ҡыҙға ашығыс ярҙам саҡырғандар, әммә бала  ярҙам килгәнсе үк йән биргән.

Ә бөгөн Стәрлетамаҡта 9-сы ҡаттан дүрт йәшлек малай төшөп киткән. Әсәһе күхняла ашарға бешергән арала ул бүлмәлә ултырғыс алып тәҙрә төбөнә менгән дә москит селтәре менән ҡуша аҫҡа осҡан, шунда уҡ йән биргән.

Учалы районында Күмәс тауында Екатеринбургтан 50 йәшлек ир дельтаплан менән ҡолап һәләк булған.

Һыуға батып һәләк булғандар бик күп. Бөрө районында 57 йәшлек ир, Октярьский эргәһендә 36 йәшлек ир күлгә батҡан. Һыуҙа һәләк булғандарҙан Кушнаренко районынан 29 йәшлек ир менән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Ольховка йылғаһына батҡан  32 йәшлек ир иҫерек булғандар. Ә Учалы районы Туңғатар күленән кәүҙәһе табылған 50-60 йәшлек ирҙең кем икәнен асыҡлау бара. Өфө эргәһендәге Теплый күленән 23 июлдә юғалған 31 йәшлек Эльвира Рәхимованың кәүҙәһен тапҡандар.

Батыусылар күп, һанап бөтөрлөк тә түгел. Үткән аҙналағы дүрт көнлөк ялда ғына 12 кешене һыу йотҡан. Транспорт ҡазаларында, янғындарҙа һәләк булыусылар һаны ла кәмемәй.

Тәбиғәткә йә юлға сығыу менән күптәр һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен бөтөнләй онота, ахыры.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: