Ысынлап та, республика социаль-иҡтисади үҫеш кисерә, көнкүрешебеҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрә, донъябыҙ матурлана. Хатта пандемия ҡеүәтле-ҡеүәтле дәүләттәрҙең хәлен ҡаҡшатһа ла, беҙҙе лә бөлгөнлөккә ана төшөрә, бына төшөрә тип хәүефләнгән осраҡта ла, алға барабыҙ икән. Быларҙың бөтәһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тырышлығы, ойоштороуы, талапсанлығы менән башҡарыла.
Ике-өс йыл үҙгәрештәрҙең һөҙөмтәләрен тойоу өсөн әллә ни ҙур ваҡыт та түгел кеүек, әммә ҡыуандырырлыҡ һөҙөмтәләр бар, шөкөр итергә генә кәрәк. Бер нисә йылдан республика хужалығын нығытыу буйынса барған ҙур эштәрҙең һөҙөмтәләре тағы ла ҙурыраҡ булыр, яңы һәм яңыртылған элекке предприятиеларҙа яңы эш урындары барлыҡҡа килер, көнкүреште яҡшыртырға һалымдар ҙа күберәк йыйылыр. Хәстәрлек булғас, фән, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт әһелдәре лә яңынан-яңы уңыштар менән һоҡландырыр.
“Башинформ” хеҙмәткәрҙәре ике йылда Башҡортостандағы үҙгәрештәр тураһында бик мәғлүмәтле лонгрид эшләгән. Һылтанмаһы буйынса инеп, танышып сығырға тәҡдим итәбеҙ.