+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2021, 20:33

ПУТИН БАЛАЛАРҒА ТИГӘН 10 МЕҢДЕ 2 АВГУСТАН ТҮЛӘЙ БАШЛАРҒА ҠУШҠАН

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн уҡыусы балаларға бер тапҡыр биреләсәк 10 мең һумды 2 августа тарата башларға ҡушҡан. Был хаҡта ТАСС хәбәр итә.

ПУТИН БАЛАЛАРҒА ТИГӘН 10 МЕҢДЕ 2 АВГУСТАН ТҮЛӘЙ БАШЛАРҒА ҠУШҠАН
ПУТИН БАЛАЛАРҒА ТИГӘН 10 МЕҢДЕ 2 АВГУСТАН ТҮЛӘЙ БАШЛАРҒА ҠУШҠАН

 

10 мең һумлыҡ түләү 6 йәштән (1 сентябргә тиклем тулған осраҡта) 18 йәшкә (3 июлдән һуң тулғанда)  тиклемге уҡыусы балалары булған ғаиләләргә бирелә. Ә инвалидтарға һәм һаулығы буйынса сикләүҙәре булғандарға, әгәр мәктәп программаһы буйынса уҡыуҙарын дауам итһәләр, 23 йәшкә тиклем бирелә.

Башҡортостанда 10 меңлек түләү  650 меңдән ашыу балаға тейә. Ғаиләлә йәше буйынса түләүгә эләккән нисә бала булһа, 10-ар мең  һәр береһенә  бирелә.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: