+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2021, 21:48

СТУДЕНТТАР ИЛ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ ИТӘ

15 июлдән Рәсәй студенттары ил буйлап сәйәхәт итеү, сәфәр барышында вуздарҙың ятаҡтарында йәшәү мөмкинлеген алды.   

СТУДЕНТТАР ИЛ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ ИТӘ
СТУДЕНТТАР ИЛ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ ИТӘ

 

Студенттар туризмы программаһы 25 авгусҡа тиклем эшләйәсәк. Программаны Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса РФ Фән һәм юғары белем министрлығы эшләгән. Унда Рәсәйҙең туризм йәһәтенән ылыҡтырғыс 15 төбәгенән 15 университет ҡатнаша.  

Башҡорт дәүләт университеты, Евразия Фән һәм белем биреү үҙәге  ҡатнашыусыһы булараҡ, «Башҡортостанды асабыҙ» тигән туризм маршруты эшләгән һәм программала ҡатнашҡан 15 университеттың береһе ителгән.

Вуз эшләгән маршрут 6 көн 5 төнгә иҫәпләнгән. Университет ҡунаҡтарҙы  уникаль тәбиғәтебеҙ менән таныштырасаҡ, күлдәребеҙҙе, шарлауыҡ, мәмерйә, тауҙарыбыҙҙы күрһәтәсәк. Ситтән килгән студенттар Өфө менән танышасаҡ.  

Әлеге мәлгә Башҡорт дәүләт университетына 40-тан ашыу ғариза бирелгән. Ғариза биреүселәр араһында Төмән дәүләт университеты, М.В. Ломоносов ис. Мәскәү дәүләт университеты, Иркутск дәүләт университеты һ.б. бар.

Рәсәй вуздары студенттары өсөн төҙөлгән маршруттар менән проект сайтында танышырға мөмкин: студтуризм.рф.

Сығанаҡ: Башҡортостан Фән һәм белем биреү үҙәге идара итеүсе компанияһы.

 

 

 

СТУДЕНТТАР ИЛ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ ИТӘ
СТУДЕНТТАР ИЛ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ ИТӘ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: