+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2021, 20:16

АДЕЛИНА – ОЛИМПИАДА ЧЕМПИОНЫ

Рәсәйҙең рапиралы фехтование буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы финалда Франция командаһын еңде. Марта Мартьянова, Инна Дериглазова, Лариса Коробейникова һәм  Аделина Заһиҙуллинанын торған команда, 45:34 иҫәбе менән еңеп, Олимпия уйындары чемпионы булды.  

АДЕЛИНА – ОЛИМПИАДА ЧЕМПИОНЫ
АДЕЛИНА – ОЛИМПИАДА ЧЕМПИОНЫ

 

Аделина Заһиҙуллина – Башҡортостандан Олимпияға киткән спортсыларҙың береһе. Ул турнирҙың финалында сығыш яһамаған, ярымфиналда уны Марта Мартьянова алмаштырған. Йыйылма команда составында Аделина ла Олимпия чемпионкаһы исеменә лайыҡ булды.

Аделина Заһиҙуллина — Олимпия чемпионкаһы, команда ярышында ике тапҡыр донъя (2016, 2019) һәм Европа чемпионкаһы (2016, 2019), I Европа уйындары еңеүсеһе һәм бронза призеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

Аделина 1993 йылдың 13 ғинуарында Өфөлә тыуған. Беренсе тренеры Ольга Шагаева була. Әле Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Егор Поповта шөғөлләнә.

2015 йылдан фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһының төп составына инә.   

Сығанаҡ: "Башинформ". 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: