+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2021, 19:57

АЭРОПОРТТА ЯҢЫ ҠУНАҠХАНА ТӨҘӨЛӘСӘК

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге «Инвестсәғәт»тә «Стройтех» компанияһының «Өфө» аэропорты биләмәһендә өс йондоҙло ҡунаҡхана төҙөү проектын ҡарағандар. Отелде компания Ibis Styles халыҡ-ара бренды аҫтында төҙөмәксе.

АЭРОПОРТТА ЯҢЫ ҠУНАҠХАНА ТӨҘӨЛӘСӘК
АЭРОПОРТТА ЯҢЫ ҠУНАҠХАНА ТӨҘӨЛӘСӘК

 

Аэропорт хакимиәте проектты хуплаған, сөнки әлегеһе бик иҫкергән, заман талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй икән.  Яңы ҡунаҡхана төҙөгәс, иҫке бина аэропорттың производство хеҙмәттәрен урынлаштырыу өсөн ҡулайлаштырыласаҡ.

Яңы отель төҙөлөшөнә 917 миллион һум инвестициялау ҡарала. Объектты 2024 йылдың йәйенә төҙөп бөтөргә йыйыналар. Ҡунаҡхана комплексы 150 номерға иҫәпләнә, ресторан, фитнес-клуб, конференциялар һәм форумдар өсөн залдары буласаҡ. Яңы отелдә бөтәһе 120 кеше эшләйәсәк.

Инвестор аэропорт менән килешеү төҙөгән, әле проектлаусы эҙләй.

“Инвестсәғәт”тә проект хупланған, уны өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерәләр, инвестор һалым льготалары аласаҡ.

«Бер нисә йыл буйы беҙ планлы рәүештә Өфө аэропортында киң күләмле модернизация алып барабыҙ. Былтыр эске һауа линиялары корпусын төҙөп бөттөк, терминалдың дөйөм майҙаны ике тапҡырҙан ашыуға ҙурайҙы. 2022–2023 йылдарҙа өс терминалды бер архитектура концепцияһы менән берләштерәбеҙ һәм вокзал алды майҙанының үҙәк секторын яңыртабыҙ. Өфөләге аэропорт Рәсәйҙәге иң заманса һәм  уңайлыларҙың береһенә әйләнәсәк. Ә яңы ҡунаҡхана беҙҙең пландарҙы бик уңышлы тулыландырасаҡ», — тигән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: