+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2021, 19:31

САРДАНА ӨФӨГӘ КИЛДЕ

Якутск ҡалаһының элекке мэры Сардана Авксентьева Өфөгә килде. Бында ул үҙен яҡлаусылар һәм башҡа халыҡ менән осрашты.  Авксентьева әле «Новые люди» партияһы лидерының төбәктәр мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, Рәсәй Дәүләт думаһына депутатлыҡҡа кандидат икән.

САРДАНА ӨФӨГӘ КИЛДЕ
САРДАНА ӨФӨГӘ КИЛДЕ

 

Сарданаға Өфө оҡшаған. Йәшел, төҙөк ҡала тигән. Әммә машина тәҙрәһе аша ҡарап ҡына күп белеп булмай, тип, сәйәсмән кешеләр менән аралашыуҙы өҫтөн күрә.

Сәйәсмән илдең һәр төбәгендәге төп проблемалар тип түбән йәшәү кимәлен, экология мәсьәләләрен атай, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү,  һалым системаһын уның йыйымдарының күп өлөшө урында ҡалырлыҡ итеп үҙгәртеү яҡлы.

Республика буйлап та йөрөгән Сардана Авксентьева,  Ҡырмыҫҡалы районында Һыуыҡ Шишмәгә барып, умартасылар менән осрашып һөйләшкән.   

Сардана Авксентьева – Рәсәйҙең яңы осор сәйәсмәндәре араһында билдәлеләрҙең береһе. 2018 йылда ул  Якутск ҡалаһының тәүге ҡатын-ҡыҙ мэры булды һәм чиновниктарға хас булмағанса идаралыҡ итеүе менән ябай халыҡтың хөрмәтен ҡаҙанды. Был вазифала эшләү осоронда Сардана хакимиәтте аҫрау сығымдарын кәметте,  ҡиммәтле банкеттар һәм корпоративтарҙан баш тартты, хакимиәттең 2 миллион һумдан ашыу торған внедорожниктарҙы һаттырып,  муниципаль предприятиеларҙың бурыстарын ҡаплатты һәм инвалидтарға такси ойошторҙо.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

САРДАНА ӨФӨГӘ КИЛДЕ
САРДАНА ӨФӨГӘ КИЛДЕ
САРДАНА ӨФӨГӘ КИЛДЕ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: