+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль 2021, 00:05

АЛДАНҒАН ӨЛӨШСӨЛӘР ФАТИРЛЫ БУЛЫР

Төҙөлөштә өлөшсө булған граждандар хоҡуҡтарын яҡлау фондының күҙәтеү советы «ТехСтройСервис» ЯСЙ-һынан алданған өлөшсөләргә ярҙам итергә булған.

АЛДАНҒАН ӨЛӨШСӨЛӘР ФАТИРЛЫ БУЛЫР
АЛДАНҒАН ӨЛӨШСӨЛӘР ФАТИРЛЫ БУЛЫР



Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары  Артем Ковшов әйтеүенсә, Салауат ҡалаһында «ТехСтройСервис» йәмғиәте башлаған йортто төҙөп бөтөү ҡарала. Федераль  фонд  уға 250 млн һум бүлә, 34 млн һумдан ашыу сумманы республика ҡатнаш финанслау программаһы буйынса бирә, тигән  министр урынбаҫары.

«ТехСтройСервис»тан алданған өлөшсөләрҙең проблемаһы 2023 йылдан да һуңламай хәл ителер, тип көтөлә.

«ТехСтройСервис» ЯСЙ-һы Салауатта Көнсығыш торлаҡ районының 2-се МР-ында 20-се йортто төҙөй башлаған, йорттоң әҙерлек кимәле – 41 процент. Йорт Проблемалы объекттарҙың берҙәм исемлегенә индерелгән. БР Арбитраж судының 2020 йыл 11 декабрь ҡарары менән «ТехСтройСервис» банкрот тип табылған.

 

Сығанаҡ: Башҡортостан Архитектура һәм төҙөлөш министрлығы.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: