+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль 2021, 22:35

ГАЗ ҮТКӘРЕҮ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ ҠАРАЛДЫ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров газ үткәреү буйынса төбәк штабының беренсе ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, «Газпром межрегионгаз Уфа» һәм «Газпром трансгаз Уфа» компаниялары етәкселәре, район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

ГАЗ ҮТКӘРЕҮ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ ҠАРАЛДЫ
ГАЗ ҮТКӘРЕҮ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ ҠАРАЛДЫ

 

Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа 2021 йылғы Мөрәжәғәтендә газ үткән тораҡ пункттарҙағы газһыҙ йорттарҙың участкалары сигенә еткереп газ үткәреүҙе ойошторорға һәм быны түләүһеҙ эшләргә ҡушҡайны.  

«Газпром межрегионгаз Уфа» компанияһы етәксеһе Альберт Лоҡманов әйтеүенсә, Башҡортостанда 2021 йылдың июленә ҡарата газификация кимәле 83,5 процент тәшкил итә. 2930 тораҡ пунктта 1,4 миллион йорт һәм фатир газлы.

«Газпром» йәмғиәтенең Башҡортостанда 2025 йылға тиклемге газификация программаһы 164 тораҡ пунктҡа 71 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөүҙе күҙаллай.  Уларҙа тағы  953 км эске селтәрҙәр һалынасаҡ. Йәнә 12 газ бүлеү станцияһы реконструкцияланасаҡ. Алдан баһалау буйынса, төбәктә газ үткән 2471  тораҡ пункттағы 186 мең йорт хужалығына газ үткәреү кәрәк булыр.  Был хаҡта Альберт Лоҡманов һөйләне.

 «Газпром» башҡа газ бүлеү предприятиелары менән берлектә 2023 йылға тиклем газлы ҡалаларҙа, ауыл-ҡасабаларҙа газһыҙ ҡалған йорт хужалыҡтарының эргәһенә газ үткәргес тарттырыуҙы тамамларға иҫәп тота. Был эш «Газпром межрегионгаз Уфа» компанияһының рәсми сайтына йорт хужаларынан алынған ғаризалар нигеҙендә алып барыла. Яҡын киләсәктә ғаризаларҙы МФЦ-ларҙа һәм Госуслуги порталында ла ҡабул итә башлаясаҡтар.

Халыҡҡа газ үткәреү өсөн бирелә торған сертификаттар ҙа бик файҙалы булып ҡалды. 30 июлгә ҡарата Башҡортостанда бөтәһе 4542 сертификат бирелгән. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларына һәм инвалидтарына, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына 100 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Күп балалы ғаиләләргә, әҙ тәьмин ителгән инвалидтарға, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 60 мең һумлыҡ сертификат бирелә.

Кәңәшмәлә шулай уҡ ҡаҙанлыҡтарҙы яңыртыу һәм газ  яғыулығына күсереүҙе финанслау, газ транспортлау объекттарын проектлау һәм төҙөү документтарын эшләү, йорт хужалыҡтарына газ үткәреү эштәрен һәм хеҙмәттәрен тарифлау мәсьәләләре ҡаралды.

«Газпром трансгаз Уфа» ЯСЙ-һының генераль директоры Шамил Шәрипов газификацияны йорттарҙы газ торбаһына тоташтырыуҙан күпкә киңерәк аңларға кәрәклеген әйтте. Был ифрат киң күләмле технологик процестың газды сығарыу, транспортлау, һаҡлау, әҙерләүҙе эсенә алыуын, газ менән тәьмин итеү системаһын хәүефһеҙ һәм өҙлөкһөҙ эшләп торған хәлдә тотоу кәрәклеген иҫкәртте. Шәрипов республикала газ  транспортлау объекттарының ышаныслылығын арттырыу буйынса Хөкүмәт менән берлектә хәл ителергә тейешле мөһим мәсьәләләрҙе күтәрҙе.

Газификация буйынса ултырыштар квартал һайын үткәрелеп торасаҡ.

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайты.

ГАЗ ҮТКӘРЕҮ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ ҠАРАЛДЫ
ГАЗ ҮТКӘРЕҮ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ ҠАРАЛДЫ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: