-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль 2021, 21:46

«ТОРАТАУ» ГЕОПАРКЫНА ЮНЕСКО КОМИССИЯҺЫ КИЛӘ

«Торатау» геопаркына быйыл ЮНЕСКО комиссияһы килеп, объекттың уникаллеген, ундағы тәбиғәттең геологик һәм биологик төрлөлөгөн, туристар өсөн уңайлыҡтарын һәм башҡа яҡтарын тикшерәсәк.

«ТОРАТАУ» ГЕОПАРКЫНА ЮНЕСКО КОМИССИЯҺЫ КИЛӘ
«ТОРАТАУ» ГЕОПАРКЫНА ЮНЕСКО КОМИССИЯҺЫ КИЛӘ

Республика геопаркты ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар селтәренә индереүҙе юллай. Быйыл яҙ ЮНЕСКО-ға ғариза ебәрелгән, уныһы үткән. Хәҙер комиссия килеп, һәр яҡлап тикшереп-ҡарап сыҡҡас, һуңғы ҡарарҙы ҡабул итәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий  Хәбиров тәҡдиме буйынса Торатау тирәһе төҙөкләндерелә,  уңайлыҡтар булдырыла. Геопаркта бер нисә  визит-үҙәк төҙөләсәк. Уларҙа туристар өсөн карталар, сувенирҙар, брошюралар һатыласаҡ, кафе эшләйәсәк.  Беренсеһе асылған да инде. Торатау менән Йөрәктауҙа экологик һуҡмаҡтар һалынасаҡ, улар сәйәхәтселәр Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәрҙе тапап-иҙеп йөрөмәһен өсөн эшләнә.  Геопаркта экоҡунаҡханалар бар,   глэмпингтар төҙөлә.

Әйткәндәй, «Торатау» геопаркы тигәс тә, ул шихандарҙан ғына тормай. Геопарк Усолка һәм Арғы Төлкәҫ геологик киҫемдәрен, Бикмәш, Ҡарауылтау тауҙарын, Мәмбәт, Күҙгәнәк, Кәлимосҡан ҡаяларын, Ҡуҡрауыҡ, Көнгөртуй, Хажы, Киндерле, Аҫҡын мәмерйәләрен, Красноусол минераль сығанаҡтарын, Ғүмәр тарлауығын һәм башҡа күп объекттарҙы эсенә ала.

Республикала Глобаль геопарктар селтәренә ингән бер объект бар инде, ул –  «Янган-Тау» геопаркы. «Янғантау» республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә беренсе булып ЮНЕСКО геопарктар исемлегенә ингән. ң

Екатерина Камалова фотолары. 

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: