+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль 2021, 23:32

ЗЕМФИРА ТЫУЫП ҮҪКӘН ЙОРТ ХӘҘЕР ТАНЫЛЫП ТОРА

Черниковкала Адмирал Ушаков урамындағы 64-се йорттоң фасадын граффити менән биҙәгәндәр.

 

Граффити авторы – билдәле рәссам Олег Ҡайбышев. Стенаны ул йырсы Земфираға бағышлаған. Земфира Рамазанова ошо йортта тыуып үҫкән.

Һүрәттә фонарь, гитара, гитарала Земфираның портреты төшөрөлгән, йәнә стена буйлап ноталар, “Воскресенье” тигән йырының юлдары һибелгән.

Йырсы ижадын дауам итә. 28 июлдә «Ах» тигән яңы мини-альбомын сығарҙы.  Ә 26 февралдә «Бордерлайн» тигән альбомы донъя күргәйне.

Фото: социаль селтәрҙәрҙән.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

ЗЕМФИРА ТЫУЫП ҮҪКӘН ЙОРТ ХӘҘЕР ТАНЫЛЫП ТОРА
ЗЕМФИРА ТЫУЫП ҮҪКӘН ЙОРТ ХӘҘЕР ТАНЫЛЫП ТОРА
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: