Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Июль 2021, 19:43

РӘСӘЙҘЕҢ ПОПУЛЯР ТУРИЗМ ТӨБӘКТӘРЕ ИҪӘБЕНӘ ИНГӘНБЕҘ

Башҡортостан эске туризм йүнәлештәре буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге унау иҫәбенә ингән. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров һөйөнсөләй.

РӘСӘЙҘЕҢ ПОПУЛЯР ТУРИЗМ ТӨБӘКТӘРЕ ИҪӘБЕНӘ ИНГӘНБЕҘ
РӘСӘЙҘЕҢ ПОПУЛЯР ТУРИЗМ ТӨБӘКТӘРЕ ИҪӘБЕНӘ ИНГӘНБЕҘ

Рәсәйҙә сәйәхәткә йөрөүселәр өҫтөнлөк биргән ун йүнәлешкә, Башҡортостандан башҡа, йәнә Мәскәү, Краснодар крайы, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Ҡырым, Татарстан Республикаһы, Свердловск, Түбәнге Новгород, Ростов өлкәләре ингән.

«Тауҙар һәм йылғалар, күлдәр һәм далалар — тәбиғәт беҙҙең  республикаға ҡарата йомарт, — тип яҙған төбәк Башлығы. — Беҙҙең бурыс — туризм өсөн лайыҡлы кимәл булдырыу. Һәм был йәһәттән беҙҙең мөмкинлектәр бик ҙур. Популяр туристик объекттарыбыҙҙың тәүге бишеһе исемлегенә быйыл беҙҙең «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктары, «Мораҙым тарлауығы», «Ирәмәл», «Ҡандракүл» тәбиғәт парктары инде — был башлыса экотуризм. Беҙҙең үҫер йүнәлештәребеҙ бар,  пландарыбыҙ бик ҙур».

Радий Хәбиров Башҡортостандағы туристик йүнәлештәр менән https://terrabashkiria.ru/ һәм https://www.weekendrb.ru/ сайттарында танышырға тәҡдим итә.

Һүрәт: Радий Хәбиров инстаграмынан.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: