-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Август 2021, 18:41

БАШҠОРТОСТАНДАН ТИМУР САФИН ОЛИМПИАДАЛА КӨМӨШ ЯУЛАҒАН

Башҡортостан спортсыһы Тимур Сафин фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында Токиолағы Олимпия уйындарында көмөш миҙалға лайыҡ булған. Командаға шулай уҡ Һамарҙан игеҙәктәр Антон менән Кирилл Бородачёвтар һәм Курск өлкәһенән Владислав Мыльников инә.

БАШҠОРТОСТАНДАН ТИМУР САФИН ОЛИМПИАДАЛА КӨМӨШ ЯУЛАҒАН
БАШҠОРТОСТАНДАН ТИМУР САФИН ОЛИМПИАДАЛА КӨМӨШ ЯУЛАҒАН

 

Ҡыуаныслы хәбәр менән социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашҡан.

Тимур Сафин 2016 йылғы Олимпиадала Рәсәй йыйылма командаһы составында чемпион булғайны, ә шәхси иҫәптә бронза яулағайны. Сафин күп һанлы донъя, Европа, Рәсәй беренселектәрендә пизлы урындар алған, ул Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. 2016 йылғы Олимпиадалағы уңыштары өсөн Дуҫлыҡ ордены менән наградланған.   

 

БАШҠОРТОСТАНДАН ТИМУР САФИН ОЛИМПИАДАЛА КӨМӨШ ЯУЛАҒАН
БАШҠОРТОСТАНДАН ТИМУР САФИН ОЛИМПИАДАЛА КӨМӨШ ЯУЛАҒАН
БАШҠОРТОСТАНДАН ТИМУР САФИН ОЛИМПИАДАЛА КӨМӨШ ЯУЛАҒАН
БАШҠОРТОСТАНДАН ТИМУР САФИН ОЛИМПИАДАЛА КӨМӨШ ЯУЛАҒАН
БАШҠОРТОСТАНДАН ТИМУР САФИН ОЛИМПИАДАЛА КӨМӨШ ЯУЛАҒАН
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас в