Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында «Агростартап» гранттары конкурсына йомғаҡ яһағандар. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлеккә булышлыҡ” милли проектының "Фермерҙарға булышлыҡ итеү системаһы һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү" федераль проектына ҡараған был конкурста Фәнис Вәлиевтың проекты хупланған.
Грант аҡсаһына фермер цех асырға йыйына. Цехты йыһазландырыу өсөн 3 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк була.
Туймазы районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, проект коммерция һәм социаль әһәмиәткә эйә: продукция сығарыу күләмен арттырасаҡ, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк һәм ауылда яңы эш урындары булырасаҡ.
Сығанаҡ: Туймазы районы хакимиәте.