+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Август 2021, 12:01

ФИЛАРМОНИЯНЫҢ ЯҢЫРТЫЛҒАН БИНАҺЫ БИГЕРӘК МАТУР

2015 йылдың көҙөндә Сибай филармонияһы бик ныҡ янғайны. Күптәр уның тергеҙелеренә ышанмағандар ҙа әле.    

ФИЛАРМОНИЯНЫҢ ЯҢЫРТЫЛҒАН БИНАҺЫ БИГЕРӘК МАТУР
ФИЛАРМОНИЯНЫҢ ЯҢЫРТЫЛҒАН БИНАҺЫ БИГЕРӘК МАТУР

Харабаларҙы барып күргән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уникаль бинаны тергеҙергә ҡарар сығара. Бина 1957 йылда ампир стилендә төҙөлгән һәм унда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайы урынлашҡан булған. Ә 1993 йылда Сибайҙа филармония ойошторолоп, уға ошо бина бирелгән.

Хәҙер реконструкция тамамланып килә, сентябрҙә ул асыласаҡ. Был ҡыуанысты Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иткән. Янғындан һуң бина ҡабаттан тиерлек төҙөлгән, тамаша залы ҙурайтылған, унда хәҙер 500 кеше һыя. “Иң мөһиме, – тип яҙа республика етәксеһе, – филармонияның уникаль архитектура күренешен һаҡлап ҡалдыҡ. Яңы корпус та һалдыҡ, ихатаһын төҙөкләндерҙек”.

Шулай итеп, заманса сәхнә, һәйбәт яңғыраш бына тигән концерттар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Фотолар: социаль селтәрҙән (2015 һәм 2021 йылғы фотолар).  

ФИЛАРМОНИЯНЫҢ ЯҢЫРТЫЛҒАН БИНАҺЫ БИГЕРӘК МАТУР
ФИЛАРМОНИЯНЫҢ ЯҢЫРТЫЛҒАН БИНАҺЫ БИГЕРӘК МАТУР
ФИЛАРМОНИЯНЫҢ ЯҢЫРТЫЛҒАН БИНАҺЫ БИГЕРӘК МАТУР
ФИЛАРМОНИЯНЫҢ ЯҢЫРТЫЛҒАН БИНАҺЫ БИГЕРӘК МАТУР
ФИЛАРМОНИЯНЫҢ ЯҢЫРТЫЛҒАН БИНАҺЫ БИГЕРӘК МАТУР
ФИЛАРМОНИЯНЫҢ ЯҢЫРТЫЛҒАН БИНАҺЫ БИГЕРӘК МАТУР
ФИЛАРМОНИЯНЫҢ ЯҢЫРТЫЛҒАН БИНАҺЫ БИГЕРӘК МАТУР
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: