+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Август 2021, 11:21

МИҘАЛ АЛҒАНҒА КҮПМЕ ТҮЛӘНӘ ИКӘН?

Олимпия уйындарындағы еңеүҙәр өсөн спортсыларға ниндәй түләүҙәр ҡаралған? Был һорау менән дә ҡыҙыҡһыныусылар барҙыр.

3 авгусҡа миҙалдар һаны буйынса Рәсәй (50 миҙал) – өсөнсө урында: 12 алтын, 21 көмөш, 17 бронза награда яуланған. Беренсе урында – АҠШ (64 миҙал), икенсе урында – Ҡытай (62).

Рәсәйҙең спорт министры  Олег Матыцин белдереүенсә, алтын миҙал өсөн – 4 миллион һум, көмөш өсөн – 2,5 миллион, бронзаға 1,7 миллион һум ҡаралған. Йәнә спорт миҙгеле йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендиялары түләнәсәк (айына 52 мең һум).  

Төбәктәрҙең күбеһе үҙҙәренең дәртләндереү сараларын әҙерләгән. Башҡортостанда  Олимпия, Паралимпия һәм Сурдлимпия уйындарында еңгән өсөн – 2 миллион, икенсе урынға – 1,5 һәм өсөнсө урынға 1 миллион һум бүләк ителә.

 

Сығанаҡ: "Башинформ". 

МИҘАЛ АЛҒАНҒА КҮПМЕ ТҮЛӘНӘ ИКӘН?
МИҘАЛ АЛҒАНҒА КҮПМЕ ТҮЛӘНӘ ИКӘН?
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: