+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август 2021, 00:39

БАЛАЛАРҒА – АВТОҠАЛАСЫҠ

Яңауыл ҡалаһында Некрасов урамындағы бер майҙансыҡта автоҡаласыҡ төҙөйҙәр.

БАЛАЛАРҒА – АВТОҠАЛАСЫҠ
БАЛАЛАРҒА – АВТОҠАЛАСЫҠ

Автоҡаласыҡ «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөлә.  Был объектты ҡала халҡы рейтинглы тауыш биреү юлы менән һайлап алды.  

Автоҡаласыҡ балаларға тәғәйенләнә. Унда ысын юл тамғалары, бүленеш яһала һәм ағастар ултыртыла. Хәүефһеҙ япмалы балалар майҙансығы ла йыһазландырыла. Унда бәүелсәктәр, пластик тауҙар ҡуйыла.   

Һуңғы өс йылда Яңауыл районында төҙөкләндереү буйынса алты проект «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» федераль проектынан финансланды.

Сығанаҡ: Яңауыл район хакимиәте.

БАЛАЛАРҒА – АВТОҠАЛАСЫҠ
БАЛАЛАРҒА – АВТОҠАЛАСЫҠ
Автор:Ольга ИСМӘҒИЛЕВА.
Читайте нас: