+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август 2021, 14:40

КҮМЕРТАУ ФУТБОЛСЫЛАРЫ ЕҢДЕ

Мәскәүҙә Күмертау ҡалаһының  «Спартак» футбол мәктәбе тәрбиәләнеүселәре командаһы Халыҡ-ара «Ҡалалар алышы» футбол турнирында ҡатнашып ҡайтты. Турнирҙы Ф.Ф. Черенков исемендәге Спартак академияһы ойошторған.

КҮМЕРТАУ ФУТБОЛСЫЛАРЫ ЕҢДЕ
КҮМЕРТАУ ФУТБОЛСЫЛАРЫ ЕҢДЕ

Турнирҙа бөтә илдән 400-ҙән ашыу команда ҡатнашты. Төрлө дивизионда 2004–2016 йылғы балалар командалары көс һынашты.  
Алышта тренер Рөстәм Саодатов етәкселегендәге Күмертау командаһы еңеүсе булды.

Спортсыларға наградаларҙы донъя футболы йондоҙҙары Вәғиз Һиҙиәтуллин, Валерий Шмаров, Сергей Шавло тапшырҙы.

«Спартак» футбол мәктәбе етәксеһе И. Хәйруллин Күмертауҙа мәктәп асҡанда һәр бала шөғөлләнә алһын тигән маҡсат ҡуйылыуы, бәләкәй спортсыларҙың еңеүе менән бик ғорурланыуы һәм шатланыуы тураһында белдерҙе.

«Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» төбәк проекты Күмертауҙа халыҡтың спорт менән шөғөлләнеүен үҫтерергә мөмкинлек бирә.

Сығанаҡ: Күмертау ҡала хакимиәте.

КҮМЕРТАУ ФУТБОЛСЫЛАРЫ ЕҢДЕ
КҮМЕРТАУ ФУТБОЛСЫЛАРЫ ЕҢДЕ
Автор:Әҙилә МОСТАЕВА.
Читайте нас: