+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август 2021, 14:18

ЮЛ ҮТКӘРГЕСТЕ АСЫРҒА ӘҘЕРЛӘНӘЛӘР

Өфөлә Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге транспорт сиселешен асырға йыйыналар.

ЮЛ ҮТКӘРГЕСТЕ АСЫРҒА ӘҘЕРЛӘНӘЛӘР
ЮЛ ҮТКӘРГЕСТЕ АСЫРҒА ӘҘЕРЛӘНӘЛӘР

Өфө ҡала хакимиәтенең Юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү, ремонтлау   идаралығы капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Евгений Кулешов белдереүенсә, эштәр 15 авгусҡа тамамлансаҡ һәм Зәки Вәлиди урамынан Дуҫлыҡ монументы яғына юл үткәргес тулы ҡеүәтенә  эшләп китәсәк. Салауат Юлаев проспектындағы светофор һүтеләсәк.  Әле объектҡа асфальт һалалар, яҡтыртҡыс, барьер-фәләндәрен ҡуялар.

«Уралмостострой» акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса директоры Василий Чекуров әйтеүенсә, бөтә эштәр атомобиль транспортының туҡтауһыҙ хәрәкәт итеүе шарттарында барғанға эш хәүефле, тынғыһыҙ булған. Ул юл үткәргесте тулыһынса ябыу экспериментына ризалашҡаны өсөн республика Хөкүмәтенә рәхмәт белдерә. Был сара төҙөлөш ваҡытын ҡыҫҡатырға һәм тиҙ эшләргә мөмкинлек биргән, “беҙ граждандарға ҡытайҙарҙан кәм эшләмәүебеҙҙе күрһәткәнбеҙҙер”, ти Василий Чекуров.  

Юл үткәргесте реконструкциялау хаҡы, Чекунов әйтеүенсә, республика бюджетына яҡынса 900 миллион һумға төшә. Артабан  юл төҙөүселәр һул боролоштан төшөү өсөн күсеү юлдарын һалыу менән мәшғүл буласаҡ. Ҡушымта күперҙе төҙөү ҙә дауам итә. Әлеге юл сиселеше менән Ағиҙел аша иҫке күперҙәр араһында һалыныусы ҡушымта күперҙе бәйләү ноябрь айына тура килер тип көтөлә. Ҡушымта күпер йыл аҙағына төҙөлөп бөтөргә тейеш.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: