+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2021, 20:10

БАЛАЛАР ЛАГЕРЫН КҮСЕРГӘНДӘР

Хәйбулла районында янғындар хәлде ҡатмарлаштырған. 2 гектарҙағы дала  янғыны балалар ял иткән лагерға яҡынлай икән.

БАЛАЛАР ЛАГЕРЫН КҮСЕРГӘНДӘР
БАЛАЛАР ЛАГЕРЫН КҮСЕРГӘНДӘР

Утҡа  Аҡташ ауылы эргәһендә урынлашҡан "Аҡсарлаҡ" лагерына барып етергә 500 метрлап ҡына ҡалған. Шуға 72 баланы һәм лагерҙа эшләгән дүрт кешене эвакуациялағандар, балаларҙы өйҙәренә таратып, ата-әсәләренә тапшырғандар.

Дала  янғынын 46 кеше, 7 берәмек техника һүндерә, шул иҫәптән 4 трактор янған биләмәләрҙе тирәләп һөрөп йөрөй. 

Башҡортостан буйынса МЧС хәбәр итеүенсә, ярҙамға өҫтәмә көстәр оҙатыла.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: