+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2021, 20:36

БАШҠОРТОСТАНДА ТӨШӨРӨЛГӘН СЕРИАЛ АҠШ-ҠА КИТТЕ

Американың KCTS9 телеканалы «И это всё Роберт» тигән Рәсәй сериалын АҠШ-та һәм Канадала күрһәтеү хоҡуғын һатып алды. Сериал Башҡортостанда (Өфө, Учалы, Шишмә), Израилдә һәм Исландияла  төшөрөлгән.

БАШҠОРТОСТАНДА ТӨШӨРӨЛГӘН СЕРИАЛ АҠШ-ҠА КИТТЕ
БАШҠОРТОСТАНДА ТӨШӨРӨЛГӘН СЕРИАЛ АҠШ-ҠА КИТТЕ

Кино  Рәсәйҙең төпкөл төбәгендә йәшәгән ябай физика уҡытыусыһының тормошон күрһәтә.   

Сериалдың хоҡуҡ эйәһе –  «Уфанет» компаниялар төркөмөнә ингән  «Ирида» ЯСЙ-һы. Башҡортостан Республиканың Экспортҡа булышлыу итеү үҙәге уға контрактты төҙөгәндә экспорт килешеүен оҙатыу һәм устав документтарын тәржемә итеү менән ярҙамлашты.   

«Ирида» ЯСЙ-һы Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты һәм  Экспортҡа булышлыу итеү үҙәгенең  «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә күрһәтелгән хеҙмәттәрен әүҙем файҙалана. Компания Рәсәйҙә беренсе булып ТВ хеҙмәттәренә Хәләл сертифакаты алды. 2019 йылдан алып компанияның вәкилдәре, Үҙәктең белем биреү сараларында ҡатнашып, компетенцияһын күтәрә, «Экспорт форсажы» акселерация программаһы буйынса уҡыны.

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Нина ШВЫРКОВА.
Читайте нас: