Бәләкәй Әбештә дүрт кенә йорт була. Байтаҡ йылдар кешеһеҙ торғандан һуң ошо ауылда тыуып үҫкәндәрҙең балалары, ейәндәре араһында, ауылды тергеҙергә иҫәп тотоп, йорт һала башлағандары була. Кисә янған ике йорт нәҡ шулай һалынған булған. Янғын ергә йәшен атҡандан башланған.
Ике йорт янып бөтә, ҡалған икеһен помпа менән һыу һиптереп, саҡ алып ҡалғандар.
Ҡоро үләнгә эләккән ут ары китә, тау-урман аша үтеп, Әбешкә яҡынлаша. Бөтә халыҡ төн йоҡламай ут менән көрәшә.
Зыярат яғына китеп барған ут зыяратҡа етер-етмәҫ бер нисә метрҙа үҙенән-үҙе һүнеп ҡала.
Башҡортостан буйынса МЧС матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Бәләкәй Әбештә башланған янғын таралып, 12 гектарҙа үлән янған. Уның таралыуы туҡтатылған.
Әле Хәйбулла районында 3 һәм 1 гектарлыҡ ике урында урман яна.
Сығанаҡ: Башинформ.