+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2021, 16:43

«АҪЫЛТАШ» ФОРУМЫ БАРА

Йылайыр районында башҡорт мәҙәниәте буйынса йәштәр өсөн «Аҫылташ» форумы үтә. Ул 5 августа асылды, 8 авгусҡа тиклем барасаҡ.

«АҪЫЛТАШ» ФОРУМЫ БАРА
«АҪЫЛТАШ» ФОРУМЫ БАРА

 

Бәләкәй Юлдыбай ауылы эргәһендәге балалар лагерында ойошторолған форумға 150-нән ашыу әүҙем йәш кеше килде. Улар грант эшмәкәрлеген, финанс белемдәрен үҙләштерә, актёрлыҡ оҫталығына өйрәнә, үҙ проекттарын эшләй.

Хакатонда мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге идеялар буйынса фекер алышыу буласаҡ.   

Ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Яна Гайдук, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Люциә Юлыева, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы президиумы рәйесе  Эльвира Айытҡолова, 7-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, башҡорт телендә IT-проекттар эшләүселәр Айгиз Ҡунафин, Илдар Кинйәбулатов һәм башҡалар сығыш яһай.

Форумда «Асыҡ лекториум», «АҫылташХ» белем биреү конференцияһы эшләй. Күңел асыу программалары милли ризыҡтар һәм эсемлектәр ауыҙ итеү, милли кейемдәр кейеп ҡарау, ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеү, батырҙар бәйгеһендә йүгереклеккә көс һынашыу тәҡдим итә. Кистәрен рэп башҡарыусы Алтынай Вәлитов, скрипкасы Елизавета Мочалкина, ҡурайсылар Юлай Ҡасимов һәм Арыҫлан Оморҙаҡов, бард йырҙарын башҡарыусы Камила Мөхәмәдина сығыш яһай.

Сығанаҡ: Башинформ

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: