+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2021, 13:20

ҠАЗАҺЫ ЛА, ЯЗАҺЫ ЛА ЙӘНӘШ ЙӨРӨЙ

Ғүмерең бөтмәгән булһа, һигеҙенсе ҡаттан йығылып та иҫән ҡалаһың. Нефтекамала бер ир ҙур аҡса бурысын түләй алмағанлыҡтан донъя менән хушлашырға була.

ҠАЗАҺЫ ЛА, ЯЗАҺЫ ЛА ЙӘНӘШ ЙӨРӨЙ
ҠАЗАҺЫ ЛА, ЯЗАҺЫ ЛА ЙӘНӘШ ЙӨРӨЙ

Ул күп ҡатлы йорттоң һигеҙенсе ҡатына менә лә аҫҡа һикерә. Иҫән ҡала, хатта “ашығыс ярҙам”ды ла, ысын булһа, үҙе саҡырған, тиҙәр. Ваҡиғаны полиция тикшерә.

Ә Баҡалыла «СтройАльянс» ЯСЙ-һы кран машинисының өҫтөнә йөк машинаһына тейәргә килтерелгән кирбес ҡаптары ауа. 48 йәшлек машинисты дауаханаға алып китәләр. Эш урынындағы бәхетһеҙлек осрағын төбәк Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы тикшерә.

5 август төнөндә Өфөлә 16 йәшлек малай танытмаһыҙ һәм рөхсәтһеҙ рулгә ултыра. Volkswagen Polo автомобиле менән ул Мәсетле урамы, 24-се йорт ҡаршыһында торған Ford Focus-ҡа, шунан рәшәткәгә, унан һуң йортҡа барып бәрелә. Йәрәхәттәр алған малай дауаханаға алып кителә, хәлде ЮХХДИ тикшерә.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: