+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2021, 13:53

ЯҠТАШЫБЫҘ ГӨЛНАЗ ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА ОЛИМПИЯ РЕКОРДЫ ҠУЙҒАН

Токиолағы Олимпия уйындарында хәҙерге бишбәйгенең 200 метрлы араға ирекле стиль менән йөҙөү ярышында  2.07,31 һөҙөмтәһе менән Рәсәй спортсыһы Гөлназ Ғөбәйҙуллина еңгән. Гөлназ өлгәшкән һөҙөмтә Олимпиада рекорды ла булып тора.

ЯҠТАШЫБЫҘ ГӨЛНАЗ ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА ОЛИМПИЯ РЕКОРДЫ ҠУЙҒАН
ЯҠТАШЫБЫҘ ГӨЛНАЗ ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА ОЛИМПИЯ РЕКОРДЫ ҠУЙҒАН

 

Дөйөм бишбәйге иҫәбендә Гөлназ 10-сы урында бара, Рәсәйҙән тағы бер бишбәйгесе Ульяна Баташова – өсөнсө.

Гөлназ Ғөбәйҙуллина Яңы Уренгой ҡалаһында тыуған. Ҡыҙға ун йәш тулғас, ғаилә Өфөгә ҡайта. Ата-әсәһе Ишембай районы Кинйәкәй ауылынан.  Ҡыҙ 11 йәшендә бишбәйге менән шөғөлләнә башлай. Өфөлә ул 2003 йылдан 2014 йылға тиклем тренер Игорь Шоховта күнегә. Шунан Мәскәүгә күсә.

Күп һанлы халыҡ-ара, донъя, Европа ярыштарында ҡатнаша, наградалар ала. 2016 йылғы Олимпиадала ла бишбәйгенең йөҙөү өлөшөндә 2:07,94 ваҡыт менән олимпия рекорды ҡуя, әммә дөйөм иҫәптә 15-се була.

2017 йылда Ҡаһирәлә (Мысыр) бишбәйге ярышында шәхси турнирҙа алтын миҙал, команда иҫәбендә көмөш яулай. 2019 йылда Прагала хәҙерге бишбәйге буйынса донъя Кубогының этабында көмөш миҙал ала.

2017 йылдың октябренән Гөлназ Ғөбәйҙуллина ЦСКА-ла прапорщик званиеһында хеҙмәт үтә.

 

Сығанаҡ: Башинформ

 

ЯҠТАШЫБЫҘ ГӨЛНАЗ ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА ОЛИМПИЯ РЕКОРДЫ ҠУЙҒАН
ЯҠТАШЫБЫҘ ГӨЛНАЗ ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА ОЛИМПИЯ РЕКОРДЫ ҠУЙҒАН
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: