Радий Хәбиров коронавирус, уны йүгәнләү буйынса күрелгән саралар, вакцинациялау барышы, халыҡ араһында аңлатыу алып барылыуы тураһында мәғлүмәттәр бирҙе.
Сәнәғәттәге хәлдәргә күскәс, Владимир Путин Башҡортостанда сәнәғәт етештереүенең үҫешен билдәләне. Радий Хәбиров, пандемия ҡамасауламаған осраҡта һөҙөмтәләрҙең күпкә юғарыраҡ булыу мөмкинлеген билдәләп, шулай ҙа күрһәткестәрҙең плюс менән барыуын, сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы төҙөгән рейтингта республиканың беренсе урынды алыуын телгә алды. Йәлеп ителгән инвестициялар күләменең үҫеүе һәм 365 миллиард һум тәшкил итеүе, 2024 йылға 600 миллиард һумға еткереү планы тураһында һөйләне: әлеге көнгә 1,5 меңләп инвестиция проекты бар, «Ласселсбергер» проекты ла – шундайҙарҙың береһе. Республика Башлығы, былтыр Рәсәй Хөкүмәтенең, айырым иҡтисади зона статусы биреп, ҙур булышлыҡ күрһәтеүен, унда инвесторҙар килеүен, әле заводтар төҙөлөүен билдәләне.
Радий Хәбиров төбәктә нефть һәм газ эшкәртеүсе предприятиелар күп булыуы арҡаһында һауаның бысратылыуын кәметеү маҡсатында республиканы карбон полигондары төҙөү буйынса федераль экспериментҡа индереүҙе үтенде, Президент үтенесте хупланы.
Владимир Путин студенттар кампусы төҙөүҙе федераль бюджеттан финанслау мәсьәләһендә лә булышлыҡ вәғәҙә итте.
Дәүләт етәксеһе шулай уҡ алданған өлөшсөләр мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды һәм республикала күрелгән саралар, уларҙы фатир менән тәьмин итеү барышы тураһында иғтибар менән тыңланы.
Сығанаҡ: Башинформ.
Олег Яровиков фотоһы.