+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Август 2021, 17:11

БАШҠОРТОСТАНДА НИНДӘЙ ҺӨНӘР ЭЙӘЛӘРЕНӘ ИХТЫЯЖ ҘУР?

Башҡортостанда коронавирус эпидемияһы арҡаһында бөлөп ҡалған хеҙмәт баҙары элекке хәленә ҡайта башлаған. Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам министрлығы биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда,  2021 йылдың башынан алып төбәктәге эш биреүселәр 232 мең хеҙмәткәр кәрәклеге тураһында белдереү элгән. Был күрһәткес былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. 9,3 мең эш биреүсе хеҙмәт коллективын ҙурайтырға теләк белдергән.   

БАШҠОРТОСТАНДА НИНДӘЙ ҺӨНӘР ЭЙӘЛӘРЕНӘ ИХТЫЯЖ ҘУР?
БАШҠОРТОСТАНДА НИНДӘЙ ҺӨНӘР ЭЙӘЛӘРЕНӘ ИХТЫЯЖ ҘУР?

Министр урынбаҫары Юрий Мельников әйтеүенсә, хеҙмәткәр эҙләү тураһындағы иғланды туранан-тура Мәшғүллек хеҙмәтенә йә «Работа в России» порталы аша бирергә була.

4 авгусҡа республиканың вакансиялар банкында 6 мең эш биреүсенән 59 мең эш урыны барлығы тураһында яңы хәбәр теркәлгән, был былтырғы шул көнгә ҡарата 1,5 тапҡырға күберәк.  

Ниндәй һөнәр эшселәре айырыуса күп кәрәк?

Иғландарҙан күренеүенсә, 2800 водитель талап ителә (эш хаҡы 75 мең һумға тиклем), 2600 слесарь (70 меңгәсә), 2450 һатыусы (50 меңгә тиклем), 1100 инженер (75 мең һумға тиклем), 800 тегенсе (40 меңгә тиклем), 870 ашнаҡсы (40 меңгәсә), 620 токарь (50 меңгә тиклем эш хаҡы) һәм башҡа белгестәр кәрәк.  Республиканың хеҙмәт баҙары бөтәһенән элек эшселәргә ҡытлыҡ кисерә, ихтыяждың 70 проценты уларға тап килә.  

Эш хаҡы буйынса: эш биреүселәр 80 процентҡа 35 мең һумға тиклем эш хаҡы тәҡдим итә, 10 процентҡа – 35 – 50 мең, 10 процентҡа – 50 мең һум һәм унан юғары.

Эш буйынса тәҡдимдәр менән «Работа в России» порталында (www.trudvsem.ru) һәм Башҡортостан Мәшғүллек хеҙмәтенең интерактив порталында (https://rabota.bashkortostan.ru) танышырға була.  

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам министрлығы.

Автор:З. КАМАЛОВА.
Читайте нас: