+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Август 2021, 14:13

“КҮРКӘМ КҮРКӘ” ФЕРМАҺЫ ЕТӘКСЕҺЕ ВАТАН РИЗЫҠТАРЫН МАҠТАЙ

Ғафури районы Игенйылға фермеры Виталий Смирновты Россельхозбанк ватан  аҙыҡ-түлеген популярлаштырыу өсөн һайлаған.  Виталий – Игенйылғалағы бөтә Рәсәйҙә билдәле “Күркәм күркә” фермаһының хужаһы.

“КҮРКӘМ КҮРКӘ” ФЕРМАҺЫ ЕТӘКСЕҺЕ ВАТАН РИЗЫҠТАРЫН МАҠТАЙ
“КҮРКӘМ КҮРКӘ” ФЕРМАҺЫ ЕТӘКСЕҺЕ ВАТАН РИЗЫҠТАРЫН МАҠТАЙ

Банк ватан ризыҡтарын пропагандалаған 70 ролик төшөргән. Уларҙа ресторатор Аркадий Новиков, кулинария шоуҙарын алып барыусы Юлия Высоцкая, төрлө төбәктәрҙән төрлө эшмәкәрлек вәкилдәре ҡатнаша. Видеояҙмаларҙа ҡатнашыусылар Рәсәй аграрийҙары һәм улар үҫтергән, етештергән юғары сифатлы ризыҡтар тураһында һөйләй.

Россельхозбанктың Башҡортостан филиалы директоры Алексей Самсонов әйтеүенсә, акция импорт урынын биләү һөҙөмтәләрен, һуңғы ун йылда Рәсәй агробизнесы өлгәшкән ҡаҙаныштар, был тармаҡтың үҫеш тиҙлеге һәм уңған хеҙмәтсәндәре тураһында һөйләү маҡсатында үткәрелә. Һәр төбәк үҙ батырҙарын белергә тейеш, ти банкир.

Фермер Виталий Смирнов эше менән, фермаһы менән ғорурланыуын белдерә. Уның хужалығында 300-ләп ҡош һәм хайуан йәшәй. Ферма йәнлектәрҙе үрсетеү урыны ғына түгел, ә республикалағы иң ҙур аралашыу зоопаркы ла булып тора, йәғни унда килгән кешеләр хайуандарҙы тотоп ҡарай, һыйпай, ашата ала. Шулай итеп, ферма агротуризм объектына ла әүерелгән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: