Ҡәнзәфәр бей вариҫтары ла килгән. Уларҙың береһе, сығышы менән Бүздәк районы Киҫкәйылға ауылынан ҫарылы мең ырыуы вәкиле Ғүмәр Әндәрйәнов, былай ти:
«90-сы йылдар аҙағында мин үҙемдең Дистан бей тоҡомо икәнемде белдем. Шәжәрәмде өйрәнә башланым. Ҡәнзәфәр бей үҙе ата-бабам булғаны асыҡланды! Баҡһаң, Дистановтар башҡорт икән. Ә быға тиклем беҙҙе татар тиҙәр ине».
«Сентябрҙә Ҡәнзәфәр бейгә бюст асырға йыйынабыҙ. Һәйкәл әҙер, аҡсаны мир менән йыйҙыҡ, битараф ҡалмаған ауылдаштарға ҙур рәхмәт. Бюсты Иҫке Ябалаҡлы ауылының уртаһына ҡуясаҡбыҙ, урынын әҙерләй башланылар инде. Тотош бер мемориаль комплекс булдырырға планлаштырабыҙ, унда мең ырыуынан булған бөтә нәҫелдәр күрһәтеләсәк, беҙҙә улар тиҫтәнән ашыу», — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Мең ырыуы ҡоро рәйесе Әхнәф Тимербулатов.