+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Август 2021, 14:40

УРМАНДАРҒА БЕРӘҮ ЮРАМАЛ УТ ТӨРТӨП ЙӨРӨГӘН, ТИҘӘР

Бөгөн иртәнге сәғәт 10-ға алынған мәғлүмәттәр буйынса, урман янғындары башланыу осраҡтары теркәлмәгән.  Башҡортостан буйынса МЧС хәбәр итеүенсә, 26 урында йәмғеһе 1919,7 гектар яна, шуның 1529,89 гектарҙағы 13 усағы уратып алынған.

УРМАНДАРҒА БЕРӘҮ ЮРАМАЛ УТ ТӨРТӨП ЙӨРӨГӘН, ТИҘӘР
УРМАНДАРҒА БЕРӘҮ ЮРАМАЛ УТ ТӨРТӨП ЙӨРӨГӘН, ТИҘӘР

Үткән тәүлектә күмәк көс менән биш янғын, шул иҫәптән Хәйбулла районындағы 192,8 гектарлыҡ ҙур янғын һүндерелгән. Янғын һүндереүҙә 1481 хеҙмәткәр һәм 198 берәмек техника, 2000-дән ашыу ирекмән ҡатнаша.

Тораҡ пункттарға хәүеф янамай.

Урман ни сәбәптәрҙән янып китә? Йыл башланғаны бирле сыҡҡан урман янғындарының сәбәптәрен тикшереү күрһәтеүенсә, янғын осраҡтарының 38 процентына – ут менән һаҡһыҙлыҡ,  35 процентына йәшен, шул иҫәптән «ҡоро йәшен» ғәйепле. Янғындарҙың 5 процентына юрамал зыян килтереү ниәте сәбәпсе булып тора икән.   

«Әле айырыуса зыян күргән Хәйбулла һәм Бөрйән  райондарында тәүтикшереү органдары урман янғындарының ут төртөүҙән барлыҡҡа килеүе билдәләрен асыҡланы. Бындай осраҡтарҙың береһе буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә биш урында урманға ут төртөүҙә шик төшкән кеше ҡулға алынды.  Тейешле тәфтиш ғәмәлдәре үткәрелә, енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡараласаҡ», — тигән МЧС-тың Башҡортостан буйынса Баш идаралығы бүлек начальнигы урынбаҫары Пётр Ильин.

Сығанаҡ: Башинформ.

Илшат Ҡаҙаҡҡолов фотоһы.

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: