+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2021, 17:37

АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ ЭШҠЫУАРҘАРҘЫ КӨТӘ

Архангел районы хакимиәтендә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм йүнселлек инициативаһына булышлыҡ" милли проекты сиктәрендә аҙна һайын бизнес-сәғәттәр үткәрелә. Уларҙа инвестиция проекттары һәм бизнес-ниәттәр ҡарала.  

АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ ЭШҠЫУАРҘАРҘЫ КӨТӘ
АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ ЭШҠЫУАРҘАРҘЫ КӨТӘ

Март айында үткән бизнес-сәғәттәрҙең береһендә эшҡыуар Рауил Ситдиҡов эсәр һыу ҡойоу цехы асыу проекты менән таныштырҙы. Проектты ҡарағас, уға бина һайлауҙа  ярҙам күрһәтелде. Ситдиҡов бинаны ремонтлап алды, әле һыу таҙартыу ҡоролмалары урынлаштыра. Ике даими эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Цехты эшҡыуар ике айҙан асырға йыйына. Ул, һыу ҡойоу эшен автоматлаштырып, һыуҙы «Архангел шишмәһе» тигән исем аҫтында сығарырға план ҡора.

Архангел районында ҡойолған экологик таҙа эсәр һыуға һорау йылдан-йыл арта. Рауил Ситдиҡовтың цехы районда өсөнсө һыу ҡойоу предприятиеһы буласаҡ.  

Архангел районы хакимиәте район территорияһында үҙ эшен асырға теләгән йүнселдәрҙе «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашырға саҡыра. Бының өсөн тәүҙә Башҡортостандың Инвестицион порталында теркәлергә: https://investrb.ru/ru/ йә түбәндәге телефондарға шылтыратып яҙылырға кәрәк: 8(34774) 2-15-97, 2-14-98.

 

Сығанаҡ: Архангел районы хакимиәте.

Наталья КИРИЛЛОВА.

АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ ЭШҠЫУАРҘАРҘЫ КӨТӘ
АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ ЭШҠЫУАРҘАРҘЫ КӨТӘ
Автор:Наталья КИРИЛЛОВА.
Читайте нас: