+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2021, 17:10

ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫНДА ҠАТНАШАСАҠ СПОРТСЫЛАР КИЛӘ БАШЛАНЫ

Көрәш буйынса юниорҙар араһындағы донъя беренселегендә ҡатнашасаҡ йәш спортсылар килә башланы.  Бөгөн Өфө аэропортына Филиппиндан алты көрәшсе менән ике оҙатып йөрөүсе килеп төшкән.

ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫНДА ҠАТНАШАСАҠ СПОРТСЫЛАР КИЛӘ БАШЛАНЫ
ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫНДА ҠАТНАШАСАҠ СПОРТСЫЛАР КИЛӘ БАШЛАНЫ

Филиппиндың Реслинг һәм көрәш буйынса берләштерелгән федерацияһы президенты һәм ил йыйылма командары тренеры Элвин Агилар әйтеүенсә, ул үҙе лә, командалағы көрәшселәр ҙә Рәсәйгә беренсе тапҡыр килгән.  

Билдәле булыуынса, 13 августа Өфөлә көрәш буйынса донъя юниорҙар чемпионаты башлана. Уны асыу тантанаһы 17 авгусҡа тәғәйенләнгән. Ярыштар 23 авгусҡа тиклем барасаҡ. Башҡортостан баш ҡалаһына 55 илдән 1500 ҡатнашыусы киләсәк.

Сығанаҡ: Башинформ

ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫНДА ҠАТНАШАСАҠ СПОРТСЫЛАР КИЛӘ БАШЛАНЫ
ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫНДА ҠАТНАШАСАҠ СПОРТСЫЛАР КИЛӘ БАШЛАНЫ
ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫНДА ҠАТНАШАСАҠ СПОРТСЫЛАР КИЛӘ БАШЛАНЫ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: