+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2021, 16:41

ТАНЫМАЙҺЫҒЫҘМЫ?

Нефтекама полицияһы 83 йәшлек әбейҙең аҡсаһын урлап сығып киткән ике уғры ҡатынды эҙләй.

ТАНЫМАЙҺЫҒЫҘМЫ?
ТАНЫМАЙҺЫҒЫҘМЫ?

Башҡортостан ЭЭМ матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әбейҙең фатирына бер ҡатын шылтырата, үҙен торлаҡ хужалығынан килдем, квитанция килтерҙем, тип таныта. Әбей ишекте аса. Тегеләр икәү була. Береһе әбей менән һөйләшкәндә икенсеһе һыу һорай. Хужабикә уны эйәртеп аш бүлмәһенә китә. Бүлмәлә ҡалғаны шул арала әбей карауат аҫтында һаҡлаған 25 мең һумды урлай. Аҡсаһы юғалғанын белеп ҡалғас, әбей полицияға әйтә.

Уғрылыҡ осрағы буйынса енәйәт эше асыла. Полиция камера төшөргән фото буйынса шик аҫтындағы ҡатындарҙы эҙләй. Таныһағыҙ, ЭЭМ-ның Нефтекама бүлексәһе дежур часына хәбәр итергә кәрәк:  (34783) 2-29-02, 8-999-741-11-89, 8-937-32-69-881 йәки 02 (кеҫә телефонынан 102).

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: