+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2021, 18:55

ЗӘКИ ВӘЛИДИ УРАМЫНДАҒЫ ЯҢЫ ЮЛ ҮТКӘРГЕС ТИРӘҺЕНДӘГЕ ЭШТӘРГӘ БЕР ЙЫЛ КӘРӘК БУЛА

Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл үткәргесте һалыу ете ай барҙы. Уның тирәһендәге ҡалған эштәргә тағы бер йыл кәрәк буласаҡ. 

ЗӘКИ ВӘЛИДИ УРАМЫНДАҒЫ ЯҢЫ ЮЛ ҮТКӘРГЕС ТИРӘҺЕНДӘГЕ ЭШТӘРГӘ БЕР ЙЫЛ КӘРӘК БУЛА
ЗӘКИ ВӘЛИДИ УРАМЫНДАҒЫ ЯҢЫ ЮЛ ҮТКӘРГЕС ТИРӘҺЕНДӘГЕ ЭШТӘРГӘ БЕР ЙЫЛ КӘРӘК БУЛА

Өфө ҡала хакимиәте Юл төҙөлөшө идаралығының бүлек начальнигы Евгений Кулешов аңлатыуынса, юл үткәргес тирәһендәге эштәрҙе башҡарыу технологияһы шулай күп ваҡыт талап итә.   

Евгений Кулешов әйтеүенсә, юл үткәргестән Салауат Юлаев проспектына төшөү юлдарын төҙөү өсөн 15 мең кубометр ҡом-гравий ҡатнашмаһы ташып һалырға кәрәк була. Тимашевтағы юл үткәргесте төҙөү тәжрибәһе юл сите битләүҙәренә һалынған ҡом-гравий йылына 7-8 сантиметрға ултырғанын күрһәткән. Көсөргәнешле транспорт хәрәкәтен күтәрерлек юл һалыу өсөн ултырыуға ваҡыт бирергә кәрәк. Юғиһә юл полотноһы салшайып, боҙолоп, уны ҡайтанан эшләргә кәрәк булыуы мөмкин.

Бүлек етәксеһе ошонда уҡ 530 миллиметрлы газ үткәргесте күсереп һалыу, ямғыр-ҡар һыуҙарын ағыҙыу канализацияһын үткәреү һәм башҡа инженерлыҡ селтәрҙәре буйынса эштәр башҡарыласағын әйтте.  

Өфөнән дуҫлыҡ монументы эргәһендә сығыу-инеү урыны ҡала юл хәрәкәте селтәренең иң көсөргәнешле өлөшө булып тора. Тәүлегенә унан 125 меңләп автомобиль үтә – быны хатта МКАД-ҡа төшкән көсөргәнеш менән сағыштырып була.

Ике иҫке күпер араһында төҙөлөп ятҡан ҡушылма күпер һәм Зәки Вәлиди урамындағы киңәйтеп һалынған яңы юл үткәргес транспорт үтеү күләмен 27 процентҡа арттырыр тип көтөлә. Был урында транспорт ағымы йылына яҡынса 3 процентҡа күбәйә. Шуны иҫәптә тотҡанда ла, яңы юл комплексы, тулыһынса файҙаланыуға тапшырылғас, киләһе 10-15 йылға тығындарҙан ҡотҡарыр, ти белгестәр.

Сығанаҡ: Башинформ.

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: