-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2021, 15:32

ПАРАЛИМПИАДАЛА БАШҠОРТОСТАНДАН 14 СПОРТСЫ ҠАТНАШАСАҠ

Токиола үтәсәк Паралимпиадаға Башҡортостандан 14 спортсы бара.  Алтыһы – йөҙөү,  дүртеһе – еңел атлетика, икеһе – фехтование, икеһе өҫтәл теннисы ярыштарында ҡатнашасаҡ:

ПАРАЛИМПИАДАЛА БАШҠОРТОСТАНДАН 14 СПОРТСЫ ҠАТНАШАСАҠ
ПАРАЛИМПИАДАЛА БАШҠОРТОСТАНДАН 14 СПОРТСЫ ҠАТНАШАСАҠ

Туймазы ҡалаһынан халыҡ-ара класлы спорт мастеры  Аделина Разетдинова (йөҙөү);

Өфөнән йөҙөү буйынса атҡаҙанған спорт мастеры  Богдан Мозговой (йөҙөү);

Силәбе өлкәһе Озерск ҡалаһынан Анна Крившина (йөҙөү);

Өфөнән Илнур Ғарипов (йөҙөү);

Өфөнән Артур Сәйфетдинов (йөҙөү);

Салауат ҡалаһынан Рәсәйҙең йөҙөү буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Андрей Николаев (йөҙөү);

Мишкә районынан Григорий Андреев  (еңел атлетика);

Сергей Петриченко (еңел атлетика);

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Елена Паутова (еңел атлетика);

Анна Кулинич-Сорокина (еңел атлетика);

Елена Прокофьева (өҫтәл теннисы);

халыҡ-ара класлы спорт мастеры Дмитрий Лавров (өҫтәл теннисы);

Никита Нагаев менән Альберт Камалов (фехтование).

 

Паралимпиада 24 августа асыла һәм 5 сентябргә тиклем барасаҡ.

 

Фотола: Башҡортостандан Паралимпиадаға барыусылар араһында иң өлкән спортсы Елена Прокофьева, уға 50 йәш.

Фото Интеллектуаль боҙолоуҙары булған кешеләр спорты федерацияһын сайтынан алынды.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: