-4 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2021, 14:36

РӘСӘЙ ЙЫЙЫЛМА КОМАНДАҺЫ ЯРЫШҠА ӘҘЕР

Ирекле көрәш буйынса Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһының Абдуслам Ғадимов етәкселегендәге тренерҙар штабы Өфөлә үтәсәк донъя чемпионатында ҡатнашырға тейешле спортсыларҙың исемлеген раҫлаған.

РӘСӘЙ ЙЫЙЫЛМА КОМАНДАҺЫ ЯРЫШҠА ӘҘЕР
РӘСӘЙ ЙЫЙЫЛМА КОМАНДАҺЫ ЯРЫШҠА ӘҘЕР

Командаға ил беренселегенең әлеге осорға ғәмәлдә булған еңеүселәре ингән. Был турала РФ Спорт көрәше федерацияһында хәбәр иткәндәр.

Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһының составы:

Рамазан Багаудинов (57 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә),

Фёдор Балтуев (61 кг-ға тиклем),

Шамил Мамедов (65 кг-ға тиклем),

Станислав Саинобоев (70 кг-ға тиклем),

Идар Хатанов (74 кг-ға тиклем),

Алик Бадтиев (79 кг-ға тиклем),

Ислам Картоев (86 кг-ға тиклем),

Иван Кириллов (92 кг-ға тиклем),

Сослан Джагаев (97 кг-ға тиклем),

Андрей Бестаев (125 кг-ға тиклем).

 

Фото – РФ Спорт көрәше федерацияһын сайтынан.

Сығанаҡ: Башинформ.

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас в