+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2021, 15:01

ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ ХӘЛДӘРҘӘ ЭШ ИТЕҮСЕ ИРЕКМӘНДӘР ШТАБТАРЫ ДАИМИ ЭШЛӘЙӘСӘК

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә даими нигеҙҙә эшләй торған мобиль ирекмән штабтары ойошторолған. 12 августа доброволецтар отряды республиканың көньяғына урман янғындарын һүндерешергә киткән

ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ ХӘЛДӘРҘӘ ЭШ ИТЕҮСЕ ИРЕКМӘНДӘР ШТАБТАРЫ ДАИМИ ЭШЛӘЙӘСӘК
ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ ХӘЛДӘРҘӘ ЭШ ИТЕҮСЕ ИРЕКМӘНДӘР ШТАБТАРЫ ДАИМИ ЭШЛӘЙӘСӘК

Өфөнән, Дыуан һәм Мәсетле райондарынан 30-лап ирекмән, Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышы ағзалары, ҡайһыһы автобуста, ҡайһыһы үҙ автомобилендә, бәләгә тарыған төбәктәргә йүнәлгән. Юл ыңғайында Күмертау ҡалаһынан, Өфө, Мәләүез, Хәйбулла райондарынан ҡушылыусылар булған.

Ярҙамға барырға теләгән кешеләрҙе Республика ресурслы ирекмәнлек үҙәге базаһында төҙөлгән оператив ирекмәндәр штабы ойоштора һәм оҙата. Ирекмәндәрҙе транспорт, аҙыҡ-түлек, шәхси һаҡланыу саралары һәм янғын һүндереү өсөн кәрәкле ҡоралдар менән тәьмин итәләр.

Урман янғындарын һүндерешеүҙә 18 йәштән 55 йәшкә тиклемге сәләмәт кешеләр ҡатнаша ала.  Бының өсөн һылтанма буйынса форманы тултырырға кәрәк. Ирекмәндәр менән эште Владислава Пальчиковская координациялай, телефон: +7 (996) 402-18-08.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: