+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2021, 10:16

ЮҠЛЫҠ – ТАЛАШТЫРА, БАЙЛЫҠ – ЯРАШТЫРА ИКӘН

Әлеге башҡорт мәҡәленең тормошобоҙға биргән баһаһы бөгөн дә мөһим яңғырай. Сөнки Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге килтергән һуңғы мәғлүмәттәр ғаилә институтының яҙмышын асыҡлауға арналған. Бөгөн, күпселек ғаиләләр тарҡалған ваҡытта, сәбәбен асыҡлау беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡ булыр ине. Айырылышыуҙың төп сәбәптәре хаҡында һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 33 проценты һылтау итеп

ЮҠЛЫҠ – ТАЛАШТЫРА, БАЙЛЫҠ – ЯРАШТЫРА ИКӘН
ЮҠЛЫҠ – ТАЛАШТЫРА, БАЙЛЫҠ – ЯРАШТЫРА ИКӘН

Әлеге башҡорт мәҡәленең тормошобоҙға биргән баһаһы бөгөн дә мөһим яңғырай. Сөнки Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге килтергән һуңғы мәғлүмәттәр ғаилә институтының яҙмышын асыҡлауға арналған. Бөгөн, күпселек ғаиләләр тарҡалған ваҡытта, сәбәбен асыҡлау беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡ булыр ине. Айырылышыуҙың төп сәбәптәре хаҡында һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 33 проценты һылтау итеп фәҡирлекте билдәләгән. Әйткәндәй, был күрһәткес элегерәк күпкә түбәнерәк булған. Ғаиләләрен тарҡатыусыларҙың 15 проценты сәбәп итеп үҙ-ара аңлаша алмауҙы күрһәткән. Шул уҡ ваҡытта, тарҡалған ғаиләләрҙең 14 проценты был аҙымға ирҙәрҙең, йә ҡатындарҙың хыянаты сәбәпсе, тип билдәләгән. Көнкүреш проблемалары арҡаһында – 10 процент, алкоголизм һәм наркомания арҡаһында 8 процент ғаилә тарҡала.

            Ғаиләләрҙе һаҡлау буйынса аңлатыу эштәре күпләп алып барылһа ла, ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың 39 проценты айырылышыу өсөн кәртәләр юҡ, тип иҫәпләй һәм был мәсьәләгә бик еңел ҡарай. Һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 60 проценты ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең туйға тиклем сафлығын һаҡлау мөһим түгел, тип иҫәпләй. Ә 13 процент туйға тиклем никахһыҙ мөнәсәбәттәрҙе мөмкин түгел, ти.

            Шулай итеп, социологтар билдәләүенсә, бөгөнгө ғаиләләрҙең таралыуының төп сәбәбе булып фәҡирлек тора. Эйе, 33 процент тәү ҡарамаҡҡа ғына күп булып күренә. Ғәмәлдә иһә, матди сәбәптәр арҡаһында, өс ғаиләнең береһенең тарҡалыуы дәүләттең был йәһәттән эшләп еткермәүе хаҡында һөйләй. Барыһы ла уңышлы бизнесҡа тотона алмай. Был өлкәлә бик әрһеҙҙәр һәм ныҡыштар ғына байлыҡ туплай. Ә ҡалғандар иһә, ғаиләһен ҡарай алмау сәбәпле, айырылышырға мәжбүр.

            Икенсе яҡтан ҡарағанда, ғаиләләрҙең һаҡланыуында торлаҡ мәсьәләһе төп урындарҙың береһен алырға тейеш һымаҡ. Ләкин айырылышыусыларҙың 5 пронценты ғына ошо сәбәп менән айырылыша. Шулай булғас, күпселек торлаҡ шарттарына риза, ә бына ғаиләне тәьмин итерлек эш  һәм эш хаҡы юҡ.

Автор:Р. Мәүлитҡолов
Читайте нас: