Республика педагогтары кәңәшмәһендә сығыш яһап, төбәк етәксеһе иң тәүҙә Белорет һәм Күмертау ҡалаларында филиал асыу тәҡдимен әйткән.
«Белорет районы республикала иң ҙурҙарҙың береһе, Белорет ҡалаһында 64 меңдән ашыу кеше йәшәй, ләкин унда беҙҙең вуздарҙың бер филиалы ла юҡ, Күмертауҙа ла шул уҡ хәл. Беҙҙең ҡалаларҙа Магнитогорск һәм Ырымбур вуздарының филиалдары бар, ә ҙур мөмкинлектәргә эйә булған үҙебеҙҙең вуздар етерлек түгел. Быны төҙәтергә кәрәк», — тигән Башҡортостан Башлығы.
Тағы бер бурыс — республиканың төрлө төбәктәре өсөн белгестәр әҙерләү. Радий Хәбиров белдереүенсә, Урал аръяғындағы медицина кадрҙарына ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн Сибай медколледжына ингән студенттар автоматик рәүештә БДУ-ның Сибай филиалы биология факультетының беренсе курс студенттары итеп алынасаҡ, ә өсөнсө курстан БДМУ-ға күсереләсәк. Был турала килешеүгә өлгәшелгән.
«Төп шарт – уҡып бөткәс, тыуған райондарына һәм ҡалаларына табип булып эшкә ҡайтыу», — тигән Башҡортостан Башлығы.
Сығанаҡ: Башинформ.